Эх, тәмле лә һуң самауыр сәйе…

Һөйрәп алып сығарҙым
Мин уны ҡолағынан,
Инде бик ҡарт самауырҙы
Әсәйҙең соланынан.
Ышҡып йыуып ағартҡас,
Үҙәгенә ут һалғас,
Тотондо ул көйләргә,
Йәш саҡтарын һөйләргә:
-Таныманым һине — ти,
Олоғайып киткәнһең …
Һинең менән күрешкәнгә,
Күпме ваҡыт үткән һуң?
Нисә бала, минең янда,
Гөрләп ултыра ине …!?
Йәнегеҙгә йылы биреп,
Йәм бөркөп тора инем …
Сәйҙәремде, барығыҙҙа
Яратып эсә ине,
Өҫкө яғымда теҙелеп,
Йомортҡа бешә ине …
Күршеләр керә, кистәре
Күңелле үтә ине …
Байлыҡ юҡ, тик ҡайнар сәйем
Барһына етә ине …»
Шыжланы ла самауырым,
Бер аҙға тынып ҡалды:
«Хәҙер нисек йәшәйһең һуң? — тип,
Миңә ул һорау һалды.
-Хәҙер өйҙәрҙә газдар яна,
Өҫтәр бөтөн, тамаҡта туҡ.
Тик өҫтәлдә самауыр юҡ,
Ә йөрәктәрҙә йылы юҡ …
Хәҙер кешеләр күршегә,
Ни өсөндөр кермәйҙәр?
Күберәге күршеһендә,
Кем йәшәүендә белмәйҙәр …
Күңелдәрҙе йәшергәнбеҙ
Шәшке тундарға төрөп …
Бикләнгәнбеҙ … соландағы,
Иҫке самауыр кеүек …
«Бына шулай йәшәйбеҙ !» — тип,
Самауырға күҙ аттым …
-Бар, күршеңде саҡыр ! — тине,
Самауырҙы яңырттың !