Бәпес ҡайтты!

Бөгөн ,беҙ, үҙебеҙҙең клубтың активы менән,Сукраклы ауылында ғүмер итеүсе Хәсәновтар ғаиләһендә ҡунаҡта булдыҡ. Әйткәндәй, Танһылыу ҙа беҙҙең коллективта актив ҡатнаша, ул Әлбәй ауыл китапханаһында эшләп , әлеге көндә декрет ялына сыҡты. Бөгөнгө көндә, улар тормош иптәше Илнур менән алты балаға ғүмер биргән бәхетле пар. Күптән түгел генә, барыһын да шатландырып уларҙың алтынсыға ҡыҙҙары Сәлимә тыуҙы.Тап ошо уңайҙан, беҙ ҡунаҡҡа саҡырылдыҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының элек-электән килгән милли йолаларының береһе,бапес күреү йолаһын үтәнек. Йәки, төрлө тәмләткестәр, бүләктәребеҙҙе биреп,узебеҙ ҙә бәпес бүләге алып, Танһылыу әҙерләгән тәмле -тәмле ризыктар менән сәй эсеп,бәпес күреп ҡайттыҡ.  Танһылыу менән Илнурға иңгә-иң терәп, балаларының шатлыктарын ғына күреп,оҙон -оҙак йылдар бергә-бергә татыу йәшәүҙәрен, ә Сәлимәгә, аталы-инәле, бәхетле бала булып үҫеүен теләйбеҙ!