Бөгөн, йәғни 20 октябрь көнө Башҡортостан республикаһының күренекле яҙыусыһы Мостай Кәримгә -104 йәш булыр ине… Шул уңайҙан,Келаш ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған иҫкә алыу кисәһендә, бөйөк әҙиптең әҫәрҙәрен тыңланык. Уларҙы Башҡортостандың халыҡ, атҡаҙанған артистары А.Кузменко һәм Р.Гандалипова яттан һөйләне. Ә инде, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова атаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Кисә бик йылы атмосферала,бер тында үтте.